Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 15:31 - Инжил

31 Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Иерусалимдағы имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Йәрүсәлимдәге имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 15:31
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғәскәриҙәр башлығы Павелды нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо.


Баш руханиҙар һәм йәһүдтәрҙең башлыҡтары уның янына килеп, Павелды ғәйепләне.


– Агриппа батша һәм бында ултырыусылар! – тине Фест. – Иерусалимда ла, бында ла күп йәһүдтәр бына ошо кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар.


– Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем.


Әммә Раббы уға: – Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым.


Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Иерусалимға юлланам,


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,


Улар беҙҙән Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышмалы рәүештә һоранылар.


Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр,


Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә итәғәтле булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.


Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, кешеләрҙең дә барыһына ла ҡаршы.


боҙоҡ һәм яуыз кешеләрҙән арыныуыбыҙ өсөн дә доға ҡылығыҙ, сөнки бөтөн кешеләр ҙә иманлы түгел бит.


Антиохияла, Иконияла, Листрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы!


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ