Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 15:3 - Инжил

3 Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау һүҙҙәре, Аллам, Минең өҫтөмә төштө».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау әсеһе өҫтөмә төштө».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 15:3
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.


Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам, Миңә был кәсәне эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярыңса булһын!


Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте.


Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.


Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.


Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.


Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм – ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам.


Сөнки Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем.


Мине Ебәреүсе янымда, Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.


Үҙенең үлеменә тиклем, ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә Үҙ-Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ