29 Янығыҙға килгәндә, Мәсихтән тулы фатиха алып килеремде беләм.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң Павел Македония һәм Ахаия аша Иерусалимға ҡайтырға фекер төйнәне. – Иерусалимдан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул.
Хәҙер иһә был төбәктәрҙә эштәремде тамамлағанға һәм оҙаҡ йылдар буйы янығыҙға барырға теләгәнгә күрә,
Шулай итеп, Алла насип итһә, мин янығыҙға ҡыуанып килермен һәм, һеҙҙең менән аралашып, көс туплай алырмын.
Сәйәхәтем башында янығыҙға ошондай ышаныс менән барырға теләгәйнем. Шулай Алла фатихаһын һеҙгә ҡабатлап тапшырыр инем.
Беҙҙе Мәсих аша күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.
Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,
Был төҙөлөш бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан камиллашҡан һәм булмышыбыҙ менән Мәсих кимәленә еткән кешеләр булырбыҙ.