Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 15:26 - Инжил

26 сөнки Македония менән Ахаиялағы берҙәмлектәр Иерусалимдағы имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 сөнки Македония менән Ахаялағы берҙәмлектәр Йәрүсәлимдәге имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 15:26
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.


Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр,


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ҡарап былай тигән: – Ярлылар, һеҙ бәхетле, сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке,


Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы булған Филипҡа юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ.


Төндә Павелға шундай бер илаһи күренмеш килде: бер македон, Павелдың Македонияға барыуын һәм ярҙам итеүен ялбарып, уның ҡаршыһында баҫып тора.


Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң Павел Македония һәм Ахаия аша Иерусалимға ҡайтырға фекер төйнәне. – Иерусалимдан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул.


– Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем.


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Янығыҙға Македония аша үткән саҡта барырмын, сөнки Македонияны урап сығасаҡмын.


Һеҙҙең аша Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем.


Янығыҙҙа булғанда ла, мохтажлыҡ кисергән сағымда ла берегеҙгә лә ауырлыҡ һалманым. Барлыҡ кәрәк-яраҡ менән мине Македониянан килгән имандаштарыбыҙ тәьмин итте. Бер нәмәлә лә һеҙгә йөк булмаҫҡа тырыштым һәм артабан да тырышасаҡмын.


унда имандашым Титты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым.


Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан ыҙғыш-талаш, эстән – шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ.


Сөнки һеҙ башҡарған был хеҙмәт изгеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмаҫ, ә күптәрҙең Аллаға рәхмәтен дә ишәйтер.


сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаияла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.


Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, беҙ был эштә – һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел – оятҡа ҡалырбыҙ.


Һеҙ үҙегеҙ, Филипта йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым.


Шулай итеп, һеҙ Македония һәм Ахаия өлкәләрендә йәшәүсе бөтөн иман тотоусыларға өлгө булдығыҙ.


Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахаия өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, өҫтәп нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ.


һәм һеҙ бөтөн Македонияла йәшәгән имандаштарығыҙҙы яратаһығыҙ бит. Имандаштар, үтенеп һорайбыҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратһағыҙ ине.


Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Ефеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным.


сөнки Раббы Ғайсаға булған иманың һәм барлыҡ изгеләргә ҡарата мөхәббәтең тураһында ишетеп йөрөйөм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ