Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 15:19 - Инжил

19 мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла Рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Йәрүсәлимдән алып Иллурикон яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 15:19
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.


Ғайса уға: – Хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрмәһәгеҙ, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ, – тине.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


ә бүтәндәре Пергиянан Писидия өлкәһендәге Антиохияға килде. Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы.


Павел менән Варнава иһә, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Икония ҡалаһына китте.


– Аяҡтарыңа тура баҫ, – тип әйтте. Теге һикереп торҙо ла йөрөй башланы.


Янына шәкерттәр йыйылғас, ул торҙо ла ҡалаға китте. Икенсе көндө Павел менән Варнава Дервия ҡалаһына юл тотто.


Пергияла Алла һүҙен бәйән иткәс, Атталия ҡалаһына йүнәлделәр.


Илселәр, был хаҡта ишеткәс, Ликаония өлкәһенә ҡасып китте. Ундағы Листра, Дервия ҡалаларында һәм шул тирәләге ерҙәрҙә


Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы.


Был бер нисә көн шулай дауам итте. Павелдың асыуы килде һәм боролоп енгә: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам, – тине. Ен шунда уҡ сыҡты.


Шул төндә үк имандаштары Павел менән Силаны Верия ҡалаһына оҙатты. Верияға барып еткәс, Павел менән Сила йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте.


Павелды оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Павел улар аша Силаға һәм Тимофейға мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.


Бынан һуң Павел Афинанан китте һәм Коринф ҡалаһына килде.


Ефесҡа килеп еткәс, Павел юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы.


Аполлос Коринфта саҡта, Павел илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Ефесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты.


Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем.


Ә беҙ Сөсө күмәс байрамынан һуң Филиптан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, улар янына Троадаға барып еттек. Беҙ унда ете көн булдыҡ.


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Аллаға яраҡлы, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, рухани хеҙмәтен башҡарам.


Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм.


Иманығыҙ әҙәм зирәклегенә түгел, ә Алла ҡөҙрәтенә нигеҙләнһен өсөн, телмәрем дә, вәғәзләүем дә кеше аҡылының ышандырырлыҡ һүҙҙәренә түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәтен иҫбатлауға таянды.


Минең илселек билдәм иһә илаһи билдәләр, мөғжизәләр һәм ҡөҙрәтле эштәр аша арағыҙҙа ҙур ныҡышлыҡ менән күрһәтелде.


Алла һеҙгә, Рух биреп, ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн арағыҙҙа мөғжизәләр тыуҙырамы, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?


Мин Алла ҡушыуы буйынса имандаштар берҙәмлеге хеҙмәтсеһе булдым. Алла һүҙен тулыһынса вәғәзләү өсөн, был эш миңә Уның тарафынан һеҙҙең хаҡҡа йөкмәтелде.


сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.


Уларға үҙҙәренә түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ