Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 15:14 - Инжил

14 Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелек менән һуғарылған булыуығыҙға, һәр төрлө белемгә эйә икәнлегегеҙгә һәм бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелеккә тулғанығыҙға, һәр төрлө белемгә өйрәнеп, бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 15:14
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул сәбәпле Ғайса Мәсих аша һеҙ Рух тарафынан бирелгән бөтөн һүҙҙә лә, белемдә лә байынығыҙ.


Берәүгә Рух аша аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтөнөбөҙҙөң дә белемебеҙ бар», тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.


Әгәр берәйһе һинең, аҡылы булған кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы?


Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарзан баш тартмай. Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан итен ашап, улар шуның менән илаһтарҙы таныйбыҙ тип уйлай, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана.


Ә һеҙ һәр нәмәлә: иманда ла, һүҙҙә, белемдә, һәр төрлө тырышлыҡта, беҙгә булған мөхәббәтегеҙҙә лә өҫтөн булған кеүек, ошо изгелекле эштә лә өҫтөн булығыҙ.


Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.


Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.


Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.


Мәсих һүҙе һеҙҙә муллыҡ менән урынлашһын, бер-берегеҙҙе бөтөн зирәклек менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ.


Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.


Шуға күрә беҙ, Алла һеҙҙе Үҙе саҡырған мәңгелек тормошҡа лайыҡлы итһен, имандан килгән һәр яҡшы ниәтегеҙҙе Үҙенең көсө менән бойомға ашырһын тип, һеҙҙең өсөн гел доға ҡылабыҙ.


Лоида өләсәйеңдә һәм Евника әсәйеңдә булған һәм уларҙан һиңә күскән шундай уҡ эскерһеҙ иманды хәтерләйем дә, был имандың һиндә йәшәүенә ышанам.


Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам.


Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.


Әммә, ҡәҙерлеләрем минең, беҙ ошо һүҙҙәрҙе һөйләһәк тә, һеҙгә килгәндә, хәлегеҙ һәйбәтерәк һәм ҡотҡарылыуға табан бараһығыҙ, тигән ышаныстабыҙ.


Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрәсәкмен.


Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәйһегеҙ тип түгел, ә уны һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен белгәнегеҙ өсөн яҙҙым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ