7 Беҙҙең беребеҙ ҙә үҙе өсөн йәшәмәй һәм беребеҙ ҙә үҙе өсөн үлмәй.
Мәсих үлеләр һәм тереләр өҫтөнән Хужа булып хакимлыҡ итеү өсөн үлде һәм терелде.
Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә,
Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде.
Беҙ иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, Уның менән бергә йәшәй алыуыбыҙ өсөн Ул Үҙен ҡорбан итте.
Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.