Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 14:3 - Инжил

3 Бөтөн нәмәне ашаған ашамаусыға ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашаусыны хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Бөтә нәмәне ашаған кеше ашамағанына ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашағанды хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 14:3
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Шунан һуң Уның янына Яхъяның шәкерттәре килде: – Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙаны йыш тотабыҙ, ә Һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай?


Үҙҙәрен тәҡүә һанап, башҡаларға түбәнһетеп ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренә Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:


– Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым, – тип һүҙен башланы Петр. –


Петр нотоғон һөйләгән ваҡытта уҡ тыңлаусыларға Изге Рух инде.


Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар.


Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү.


Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ.


Шулай булғас, һин ни өсөн имандашыңды хөкөм итәһең? Йәки ерәнеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтөнөбөҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ.


Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырмаҫлыҡ һәм гонаһҡа ҡотортмаҫлыҡ бер нәмә лә ҡылмау тураһында ҡарар ҡылайыҡ.


Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит.


Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы.


Шуға күрә, Аллаға дан булһын өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ