Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 14:22 - Инжил

22 Быға ҡарата булған фекереңде үҙең менән Алла араһында ғына һаҡлап тот. Үҙе хаҡлы тип һанаған нәмә өсөн үҙен хөкөм итерлек ғәйеп тапмаған кеше бәхетле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Быға ҡарата булған фекереңде үҙең менән Алла араһында ғына һаҡлап тот. Үҙе хаҡлы тип һанаған нәмә өсөн үҙен хөкөм итерлек ғәйеп тапмаған кеше бәхетле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 14:22
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.


Мин ышанам һәм бының өсөн Раббы Ғайсаға һылтана алам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе харам түгел, ә берәйһе берәй нәмәне харам тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн харам була.


Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай.


Кеше берәй ризыҡты ашарға яраймы, юҡмы тип шикләнеп ашаһа, Алла хөкөм итер, сөнки ул иман буйынса эшләмәй, ә иман буйынса эшләнмәгән бөтөн нәмә – гонаһ.


Кемдер ҡайһылыр көндәрҙең береһен башҡаларына ҡарағанда мөһимерәк тип иҫәпләй, ә икенсе берәү һәммә көндәр ҙә бер төрлө тип һанай. Һәр кем үҙ ҡарашы буйынса эш итә.


Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың.


Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә күрә алмаған нәмәләрҙе ҡылам.


Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар иткән был аяныслы хәлемдән берәйһе ҡотҡарырмы?


Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарзан баш тартмай. Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан итен ашап, улар шуның менән илаһтарҙы таныйбыҙ тип уйлай, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, Рухҡа таяныусылар, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен.


Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен.


Ҡәҙерлеләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла янына ышаныс менән бара алабыҙ


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ