Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 14:21 - Инжил

21 Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 14:21
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.


Әммә Ғайса Петрға боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.


Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырмаҫлыҡ һәм гонаһҡа ҡотортмаҫлыҡ бер нәмә лә ҡылмау тураһында ҡарар ҡылайыҡ.


Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора.


Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.


Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.


Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ,


һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Валаам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Валакты израилдәрҙе гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ