Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 14:19 - Инжил

19 Шулай булғас, именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Шуның өсөн үҙ-ара татыу йәшәүгә һәм бер-беребеҙҙең рухын нығытыуға хеҙмәт иткән нәмәләргә ынтылайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 14:19
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.


Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.


Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.


Һәр беребеҙ башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ.


Һеҙ: «Бөтөн нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтөн нәмә рөхсәт ителә», әммә барыһы ла берҙәмлеккә хеҙмәт итмәй.


Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.


Шулай итеп, имандаштар, инде хәҙер нимә? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер асылышы, бәғзеһенең бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә иһә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.


Пәйғәмбәрлек ҡылыусы иһә кешеләргә һөйләй. Ул уларҙы нығындыра, рухын күтәрә һәм йыуата.


Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе үҙен нығындыра, ә пәйғәмбәрлек ҡылыусы берҙәмлекте нығыта.


Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә иң яҡшыһы – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә.


Иманы булмаған айырылырға теләй икән, айырылһын. Бындай осраҡта иманлы ир йәки ҡатын-ҡыҙ иман тотмаусы менән бәйләнмәгән. Алла беҙҙе именлектә йәшәргә саҡырҙы.


Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтөнөбөҙҙөң дә белемебеҙ бар», тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.


Һеҙ, моғайын, әле һаман алдығыҙҙа аҡланабыҙ тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Мәсихтеке булараҡ, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.


Улар осһоҙ-ҡырыйһыҙ шәжәрәләрҙә соҡсоноп һәм уйҙырма хәбәрҙәр таратып йөрөүҙән туҡтаһын, сөнки былар барыһы ла бәхәс кенә тыуҙыра һәм Алла ниәтен иман аша тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф намыҫ менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.


Яуызлыҡтан ситләшһен һәм яҡшылыҡ ҡылһын, тыныслыҡ эҙләһен һәм шуға ынтылһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ