Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 14:18 - Инжил

18 Бының менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Мәсихкә шулай хеҙмәт иткән кеше Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 14:18
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора.


Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.


Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай.


Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ.


Башҡа кешеләрҙең хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Ул баҫып торамы, йығылып ятамы, уны үҙ хужаһы ғына хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт итә. Ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Ләкин әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы – мәңгелек тормош.


Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ, ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло.


Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.


Шуға ла тәндә булһаҡ та, тәндән сыҡһаҡ та, Уны ҡыуандырырға ынтылабыҙ.


Киреһенсә, бөтөн нәмәлә беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла,


Алдан уҡ уйлап, беҙ Раббы алдында ғына түгел, кешеләр алдында ла һүҙ тейҙермәҫлек булһын өсөн тырышабыҙ.


Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.


Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


Раббынан бүләккә мираҫ алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ.


Был яҡшы ла, Ҡотҡарыусы Аллабыҙ ҙа уны хушһынып ҡабул итә.


Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә изгелек ҡылып та ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙҙе Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ