Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 14:13 - Инжил

13 Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырмаҫлыҡ һәм гонаһҡа ҡотортмаҫлыҡ бер нәмә лә ҡылмау тураһында ҡарар ҡылайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырырлыҡ һәм гонаһҡа ҡоторторлоҡ бер нәмә лә эшләмәҫкә ҡарар ҡылайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 14:13
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Ғайса Петрға боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.


Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!


Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ,


Ни эшләп һеҙ нимәнең дөрөҫ икәнлеген үҙегеҙ билдәләй алмайһығыҙ?


Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Дауыт та былай ти: «Уларҙың табыны ҡорбан килтереү мәлендә үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла, абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын.


Шулай булғас, һин ни өсөн имандашыңды хөкөм итәһең? Йәки ерәнеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтөнөбөҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ.


Бөтөн нәмәне ашаған ашамаусыға ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашаусыны хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән.


Башҡа кешеләрҙең хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Ул баҫып торамы, йығылып ятамы, уны үҙ хужаһы ғына хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.


Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ.


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ғибәҙәт мәлендә ҡатын кешегә башына ябынмайынса Аллаға доға ҡылыу килешерме?


Бөтөн нәмәлә беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә, сөнки беҙ, бер Кеше бөтөнөһө өсөн үлгән икән, тимәк, бөтөнөһө лә үлде, тип ышанғанбыҙ.


Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, сөнки Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел.


Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ,


Шуға күрә дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем.


һеҙ имандаштар араһында кеше айырып, насар фекергә таяныусы хөкөмдар кеүек булаһығыҙ түгелме?


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең.


Имандашын яратҡан кеше иһә яҡтылыҡта йәшәй һәм уға абыныу ҡурҡынысы янамай.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Валаам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Валакты израилдәрҙе гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ