1 Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ.
Ғәҙеллекте еңеүгә еткергәнгә тиклем, Ул сатнаған ҡамышты ла һындырып төшөрмәҫ, быҫҡып ятҡан филтәне лә һүндермәҫ.
Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?
Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.
Сөнки ул уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булыуын белдерҙе.)
Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәреүсене ҡабул итә.
Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар.
Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү.
Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай.
Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы.
Бөтөн нәмәне ашаған ашамаусыға ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашаусыны хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән.
Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ.
Шуға күрә, Аллаға дан булһын өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ.
Йөҙ йәш тирәһендә тәненең инде үлеп барыуын һәм Сараның бала тыуҙырырға һәләтен юғалтыуын аңлаһа ла, иманда зәғифләнмәне.
Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.
Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ.
Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.
Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.
Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уны сәләмләмәгеҙ.