Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 13:7 - Инжил

7 Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 13:7
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Түләй, – тип яуап бирҙе Петр. Петр өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы: – Симон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме?


– Ҡайсарҙыҡы. – Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине шунда Ғайса.


– Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Улар Ғайсаның яуабына хайран ҡалды.


Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? – тип һорағандар Ғайсанан.


Ғайса уларға: – Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тигән.


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар.


Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.


Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен үҙ вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә.


Шулай итеп, һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен.


Ҡолдар, Мәсихкә итәғәтле булған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән итәғәтле булығыҙ.


Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм ялҡаулыҡтан тыш ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй.


Яҡшы етәкселек итеүсе өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын.


Кешеләр Алла исемен һәм тәғлимәтебеҙҙе хурламаһын өсөн, ҡоллоҡта яфа сигеүселәр үҙ хужаларын бөтөн ихтирамға ла лайыҡ тип һанарға тейеш.


Шулай уҡ, ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шулай итеп, доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ