Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 13:13 - Инжил

13 Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 13:13
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар икеһе лә Раббының әмерҙәрен дә, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналған.


Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөп, һәр көнө зиннәттә үткән.


Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Улар, һеҙ уйлағанса, иҫерек түгел, әле сәғәт иртәнге туғыҙынсы ғына.


сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Бер-берегеҙҙән көнләшәһегеҙ, үҙ-ара бәхәсләшәһегеҙ икән, был һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек эш итәһегеҙ түгелме һуң?


Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ,


хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ.


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыныҡы булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылыуығыҙ һәм Уның күңеленә ятышлы булып йәшәүегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Үҙ батшалығына һәм данына саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.


Шулай итһәгеҙ, ят кешеләр алдында ихтирам ҡаҙанырһығыҙ һәм бер кемдә лә мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ.


Йәки Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү дәрәжәһенә етеп ярата», – тип юҡҡа әйтелгәнме ни?


Кем дә кем: «Мин Аллаламын», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.


Һинең балаларың араһында беҙ Атанан ҡабул иткән әмер буйынса хәҡиҡәттә йәшәүселәрҙе тапҡаныма бик ҡыуандым.


Икенселәрен, уттан тартып алғандай, ҡотҡарығыҙ. Башҡаларына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Хатта уларҙың шаҡшы эштәре менән бысранған кейемдәренән дә ерәнегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ