Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 13:11 - Инжил

11 Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Ҡотолоу мәле хәҙер беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда яҡыныраҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 13:11
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә иртән иртүк: «Бөгөн дауыл булыр, күк йөҙө ҡуйы ҡыҙыл төҫ менән ҡапланды», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап, һеҙ һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә замандарҙың билдәләрен аңлай алмайһығыҙмы?


Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡынлашыр.


Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған.


Кәрәгенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.


ә яҡтылыҡта асылған бар нәмә үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Һине Мәсих балҡытыр!» – тип әйтелгән.


Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ, күңелегеҙҙе нығытығыҙ, сөнки Раббы киләсәк көн яҡын.


Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡаласаҡ икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк утта янып тарҡаласаҡ һәм күк есемдәре ҡыҙыулыҡтан эреп бөтәсәк.


Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә.


Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде.


Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм уларҙы тыңлап, унда яҙылғандарҙы үтәгән кешеләр бәхетле, сөнки ул һүҙҙәрҙең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡын.


Шунан ул миңә былай тине: – Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен.


Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти: – Эйе, тиҙҙән киләм. Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ