9 Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.
9 Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.
Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килеп: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.
Ул быны фәҡирҙәр хаҡында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.
Антиохияға килгәс, ул Алла мәрхәмәтенең емештәрен күреп шатланды һәм ундағы кешеләрҙе Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.
сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә,
Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм.
Беҙҙең саҡырыуҙа яңылышлыҡ та, ҡара ниәт тә, ялған да юҡ.
Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.
Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа намыҫтан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.
– Һин хаҡлыҡты һөйҙөң, яуызлыҡты күрә алманың. Шуның өсөн Алла, Һине шатлыҡ майы менән майлап, хеҙмәттәштәреңә ҡарағанда Үҙеңде юғарыраҡ ҡуйҙы», – ти.
Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.
Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел.
Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!
Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә.