Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 12:6 - Инжил

6 Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи һәләттәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән икән, уны ышанысы буйынса файҙаланһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи бүләктәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән икән, уны ышанысы буйынса файҙаланһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 12:6
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым».


Шуның өсөн Алла зирәклеге былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр».


Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине.


Йәһүҙә менән Сила, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, бик күп һүҙҙәр менән өгөтләп, имандаштарҙың рухын нығытты.


«Ахырызаман килгәндә барлыҡ кешеләргә Үҙ Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек ҡылыр. Йәштәрегеҙ илаһи күренмештәр, ҡарттарығыҙ әүлиә-төштәр күрер.


Уның Алла һүҙҙәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине.


Изге Рухтан алғандарым менән уртаҡлашып, дөрөҫөрәге, һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән һәләттәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү һәләтенә ынтылығыҙ.


Әммә һәммәһе лә пәйғәмбәрлек иткән мәлдә иман тураһында бер нәмә лә белмәгән йә бик аҙ белгән берәйһе килеп инһә, һәр береһе уның гонаһтарын фаш итер, бөтөнөһө тарафынан да хөкөм ителер.


Пәйғәмбәрҙәрҙең дә икәүһе йәки өсәүһе һөйләһен, ә ҡалған иман тотоусылар, ишеткәндәре хаҡында фекер йөрөтөп, уларға баһа бирһен.


Кем ул Павел? Кем ул Аполлос? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ.


Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла уны Изге Рух аша Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Шуға ла, арабыҙҙан рухи яҡтан үҫешкәндәр, шундай уҡ фекерҙә булайыҡ. Әгәр берәй нәмә тураһында башҡаса фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны һеҙгә асып бирер.


Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ.


Иң элек шуны белегеҙ: Изге Яҙмалағы бер генә пәйғәмбәрлек тә пәйғәмбәрҙең үҙенең уй-фекерләүенән килмәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ