18 Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.
18 Мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.
бүләгеңде ҡорбан килтереү урыны янында ҡалдыр ҙа, тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп бүләгеңде бир.
Йыуаштар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.
Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.
Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә йән атам.
Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора.
Шулай булғас, именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ.
Иманы булмаған айырылырға теләй икән, айырылһын. Бындай осраҡта иманлы ир йәки ҡатын-ҡыҙ иман тотмаусы менән бәйләнмәгән. Алла беҙҙе именлектә йәшәргә саҡырҙы.
Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.
Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,
Рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ.
Хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам күрһәтегеҙ һәм уларҙы яратығыҙ; үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ.
Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф намыҫ менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.
Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.
Яуызлыҡтан ситләшһен һәм яҡшылыҡ ҡылһын, тыныслыҡ эҙләһен һәм шуға ынтылһын.