14 Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.
[Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.
үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.
тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.
Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.
Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш тугел.
Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән: