13 Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.
Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, Миңә эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, Мине өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ;
Корнилий ҡурҡып китте, уға күҙҙәрен төбәне: – Нимә, әфәнде? – Доғаларыңды һәм хәйерҙәреңде ҡорбанға һанап, Алла һине иҫкә алды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –
илселәр ҡарамағына тапшыралар ине. Һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бирелде.
Күңел күтәреү һәләте бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәтлек итһен.
Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.
Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр,
Сөнки һеҙ башҡарған был хеҙмәт изгеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмаҫ, ә күптәрҙең Аллаға рәхмәтен дә ишәйтер.
Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.
Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,
ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.
Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылыусан, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғро булыуы, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ.
Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.
Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша сафланды.
Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.
Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ, сөнки шулай эшләп, ҡайһы берәүҙәр был турала үҙҙәре лә белмәйенсә, үҙҙәрендә фәрештәләрҙе ҡабул иткәндәр.
Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.
Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.
Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?
Ҡәҙерле дуҫым, имандаштарың хаҡында, хатта үҙең өсөн сит булғандар хаҡында ла ҡайғыртыуың һинең тоғро икәнеңде һөйләй.