Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 12:10 - Инжил

10 Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 12:10
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын


Киреһенсә, мәжлескә саҡырылһаң, килгәс ишек янынан урын ал, шунда хужа эргәңә килеп: «Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр», – тип әйтер. Шул саҡ һинең менән бергә мәжлестә ултырыусыларҙың бөтәһе алдында ихтирамың артыр.


Минең һеҙгә әмерем шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ!


Бөтәһе бер булһын, Һин Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын.


Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине.


Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.


Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, әммә һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.


Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.


сөнки Ғайса Мәсихкә иманығыҙ һәм бөтөн Алланың изге халҡына булған мөхәббәтегеҙ тураһында ишеттек.


Имандаштарығыҙҙы яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте,


Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.


Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.


Йәштәр, һеҙ шулай уҡ өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр берегеҙ бер-берегеҙгә ҡарата баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә».


Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ.


Ҡәҙерлеләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡан икән, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.


Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ