36 Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгегә дан! Амин.
36 Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.
Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.
– Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!
– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә ерҙә именлек булһын!
Һеҙҙең ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тип әйткән кеүек, «беҙ Уның мәрхәмәте арҡаһында йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ».
Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин.
Ҡатын ирҙән ҡылынһа ла, ир ҡатындан тыуа, һәм икеһе лә бар нәмәне яратҡан Алланан килә.
Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтөн нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтөн нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.
Аллаға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.
имандаштар берҙәмлегендә Ғайса Мәсих аша Уға быуындан-быуынға, мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин.
Атабыҙ Аллаға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.
Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.
Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, яҡын бара алмаҫлыҡ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.
Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең Күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.
Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.
Алла – бөтөн нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәреп килеүсе күп кешеләрҙе Үҙенең данына алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалыусы Ғайсаны ғазаптар аша камил итеүе Уға ҡулай булған.
Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!
Уға мәңге-мәңгегә ҡөҙрәт булһын, Амин!
Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе Ҡотҡарыусыбыҙ берҙән-бер Аллаға дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ донъя яратылғансы уҡ та, хәҙер ҙә мәңге булһын. Амин.
Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә Аллабыҙҙыҡы!
Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.
Улар көслө тауыш менән: – Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә! – тип әйтә ине.
Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.