32 Сөнки Алла барыһына ла шәфҡәт күрһәтһен өсөн, һәммәһен дә итәғәтһеҙлек тотҡоно итте.
32 сөнки Алла, барыһына ла шәфҡәт күрһәтер өсөн, һәммәһен дә буйһонмауҙың тотҡоно итте.
Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде.
Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.
Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнелә.
Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ.
Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.
Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.
Әммә Изге Яҙма бөтөн донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә әйтелгән вәғәҙә иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.
Ә инде ошо иман килгәнсе һәм ул асылғансы, беҙ ҡанун һағы аҫтында тотҡонлоҡта йәшәнек.