29 Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.
29 сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.
Ҡасандыр һеҙ Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ инегеҙ, ә хәҙер, Израилдең буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ.
Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына.
Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы иһә аҡлаған. Аҡланғандар менән иһә Ул Үҙенең даны менән уртаҡлашты.
Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа әҙәмсә фекер йөрөткән аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит.
Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, беҙҙең мираҫыбыҙҙың Алланың изге халҡы араһында ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт
Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.
Алла һеҙҙе саҡырған өмөт бер генә булған кеүек, һеҙ бөтөнөгөҙ бер тән һәм Рух та бер.
бүләк алыу өсөн маҡсатыма – күктәге тормошҡа ашҡынам. Унда Алла беҙҙе Ғайса Мәсих аша саҡырҙы.
Шуға күрә беҙ, Алла һеҙҙе Үҙе саҡырған мәңгелек тормошҡа лайыҡлы итһен, имандан килгән һәр яҡшы ниәтегеҙҙе Үҙенең көсө менән бойомға ашырһын тип, һеҙҙең өсөн гел доға ҡылабыҙ.
Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.
Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.
Бүтән руханиҙар үҙҙәренең руханилығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Рухани Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға: «Раббы ант итте һәм ҡарарын үҙгәртмәйәсәк: Һин – мәңгелек Рухани», – тигәндә рухани булды.
Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ,