Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 11:28 - Инжил

28 Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың ҡәҙерлеләре булып ҡала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар – һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың һөйөклөләре булып ҡала,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 11:28
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк.


Ата-бабаларыбыҙға – Ибраһимға һәм уның нәҫеленә мәңгелеккә биргән вәғәҙәһе буйынса, Ул Үҙенең хеҙмәтсеһе Израилгә ярҙам иткән һәм мәрхәмәт күрһәткән.


Ә Уға инанмаған йәһүдтәр, йәһүд булмағандарҙы иман тотоусыларға ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата асыу һеңдерҙе.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Шулай итеп, һеҙҙән, Израиль халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Израиль халҡында көнсөллөк уятты.


Ҡасандыр һеҙ Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ инегеҙ, ә хәҙер, Израилдең буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ.


Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне.


Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа Улының үлеме аша Уның менән килешкәс, инде хәҙер татыулашҡан килеш, Мәсих тормошо аша бигерәк тә ҡотоласаҡбыҙ.


Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ