21 Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ.
Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта
Бәлки һин: «Ҡайһы бер ботаҡтар мине ялғап ҡуйыу өсөн һындырылды бит», – тип әйтерһең.
Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул.
Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың.
Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме?
Быларҙың барыһын да белһәгеҙ ҙә, хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем: Раббы халыҡты Мысырҙан алып сығып ҡотҡарһа ла, араларындағы ышанмаған кешеләрҙе аҙаҡ һәләк иткән.