Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 11:14 - Инжил

14 Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 11:14
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тағы ла, Израиль халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә: «Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған халыҡ аша көнсөллөк уятасаҡмын, Минең турала белмәгән халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын».


Шулай итеп, һеҙҙән, Израиль халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Израиль халҡында көнсөллөк уятты.


Әгәр үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә был ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалыуҙы хуп күрер инем.


Алла Үҙенең зирәклеге буйынса билдәләгәнсә, донъя үҙ аҡылы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы эшкә һананы.


Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.


Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың?


Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Ул бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит.


Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.


Шуға ла Алла тарафынан һайланып алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсих аша бирелгән мәңгелек дан менән ҡотолоу ала алһындар өсөн, барыһына ла түҙәм.


беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош өсөн һыу менән таҙарындыртты, Изге Рух менән яңыртты.


Уны кире һинең яныңа ебәрәм, ә был минең өсөн бер ағзамды алыуға тиң.


Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


ул шуны белһен: гонаһлыны ялған юлдан кире ҡайтарыусы был гонаһлының йәнен үлемдән ҡотҡарыр һәм күп гонаһтарын кисерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ