Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 10:9 - Инжил

9 Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 10:9
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер.


Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне.


– Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, бөтә өйөң дә ҡотолор.


Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине.


Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә бының шаһиттары.


Ошолай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу буйына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәш.


Ихлас ышаныу хаҡ булыуға алып килә, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә.


Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Мәңге тере булыуым хаҡ булған кеүек, Минең алдымда һәр береһе теҙләнәсәк һәм һәр тел Минең Алла икәнемде таныясаҡ, – ти Раббы».


Мәсих үлеләр һәм тереләр өҫтөнән Хужа булып хакимлыҡ итеү өсөн үлде һәм терелде.


беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға инанғанлыҡтан, Алла беҙҙе лә хаҡ һанар.


Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй, һәм үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.


Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.


Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә Аллала.


Ғайса Мәсихтең ысын кеше булараҡ килеүен инҡар иткән күп ялғансылар донъяға сыҡты. Ундайҙар – ялғансы һәм Мәсихтең дошмандары.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ