7 Йәки: «Упҡынға беҙҙең өсөн кем төшөр? (йәғни Мәсихте үленән алып сығыу өсөн), – тип үҙ-үҙеңдән һорама».
Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен үтенгән.
Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылды һәм аҡланыуыбыҙ хаҡына үленән терелтелде.
Мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, именлек Аллаһы үленән терелтте.
Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.
Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.
һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда.