Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 10:3 - Инжил

3 Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 10:3
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә Минең яҡыным кем? – тип һораған.


Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».


Улар тураһында шаһитлыҡ ҡылам: үҙҙәрен Аллаға бик тырышып бағышлаһалар ҙа, был хаҡ белемгә нигеҙләнмәгән.


Ә Ишағыя Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти: «Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты. Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».


Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне.


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ.


Ул хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡ булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.


Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.


Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ