Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 10:16 - Инжил

16 Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыя былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыяһ былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 10:16
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына шулай Ишағыяның пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та күрмәҫһегеҙ.


Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки Минең һарыҡтарым түгелһегеҙ.


Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ҡайһылары иһә ышанманы


Уның исемен данлау хаҡына барлыҡ халыҡтар араһынан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһендәр һәм Мәсихкә инанһындар өсөн, мин Мәсихтән мәрхәмәт алдым һәм илсе итеп тәғәйенләндем.


Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта


үҙен генә хәстәрләп, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға иһә Алла Үҙ ярһыуын һәм асыуын төшөрәсәк.


Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?


Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәр артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ.


Эй Галатияның аҡылһыҙ кешеләре! Һеҙҙең аңығыҙҙы кем сихырланы? Ғайса Мәсих күҙ алдығыҙҙа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған һымаҡ асыҡ баҫтырылғайны бит!


Иманда саҡта эшегеҙ яҡшы бара ине. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы?


Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә мираҫ итеп алырға тейеш булған ергә бара.


Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Ул – кешеләр абынасаҡ таш, улар абынып йығыласаҡ ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


Шулай уҡ, ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ