Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 1:32 - Инжил

32 Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 1:32
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бының менән һеҙ ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр менән риза булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ уларға ҡәбер һәйкәлдәре төҙөйһөгөҙ.


Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефандың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем.


Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы. Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.


Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара.


Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Гонаһ әжере – үлем, ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош.


шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ