Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 1:30 - Инжил

30 яла яғыусылар, Аллаға нәфрәтлеләр, холоҡһоҙҙар, маҡтансыҡтар, тәкәбберҙәр, яуызлыҡ тыуҙырыусылар, ата-әсәләргә ҡарата итәғәтһеҙҙәр,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 яла яғыусылар, Аллаға нәфрәтлеләр, холоҡһоҙҙар, маҡтансыҡтар, тәкәбберҙәр, яуызлыҡ ҡылырға оҫталар, ата-әсәләренә буйһонмайҙар,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 1:30
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тигән бит.


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.


Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр ҙә.


Донъя һеҙгә нәфрәт менән ҡарамай, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


Бынан элегерәк үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Февда тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө тарҡалып юҡҡа сыҡты.


Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың,


Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең уны боҙоп, Алланы мәсхәрәләйһең?


Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән.


Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ.


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтөн нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла Йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ,


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Тел дә шулай уҡ, кескәй генә ағза булһа ла, самаһыҙ маҡтана. Ана ниндәй бәләкәс кенә ут ҙур урманды яндырып ебәрә.


һеҙ бит хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу яманлыҡ ул.


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


Улар, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана. Нәфселәрен ҡайғыртып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ