Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 1:21 - Инжил

21 Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 1:21
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.


Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.


Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны күҙ алдарына баҫтырҙы.


Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы.


Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын, арҡалары ғүмер буйы бөкөрәйгән хәлдә ҡалһын».


Мәсих Алланы шәфҡәтлелеге өсөн башҡа халыҡтар ҙа данлаһын өсөн килде. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Шуға ла Һине бүтән халыҡтар араһында данлармын, Һинең исемеңде маҡтап йырлармын».


Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ,


Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә ғәйепһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ҡәҙерле ҡаны менән түләп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та, исемеңде кем данламаҫ? Тик Һин генә изгеһең, бөтөн халыҡтар килерҙәр ҙә Һинең алдыңда табынырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ