Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 1:20 - Инжил

20 Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡөҙрәте һәм илаһилығы – Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла. Шулай булғас, кешеләрҙе ғәфү итергә сәбәп юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡеүәте һәм илаһилығы – донъя яратылғандан алып Ул бар иткән нәмәләр аша асыҡ аңлашыла һәм күренә. Шулай булғас, ул кешеләрҙең аҡланырға нигеҙе юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 1:20
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Тәүҙән үк, бөтөн нәмәне бар иткәндә, Алла «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты».


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ.


Шуға күрә беҙ, Алла нәҫеленән булараҡ, Алла оҫта кешенең ҡулы һәм хыялы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш, тип уйларға тейеш түгелбеҙ.


– Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Павел.


Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны күҙ алдарына баҫтырҙы.


Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың.


Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай.


Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?


Күҙгә күренмәҫ Алла Мәсих ҡиәфәтендә күҙгә күренде. Ул яратылған бөтөн тереклектәрҙән дә алдараҡ бар ине.


Алла бөтөн тулылығы менән Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, яҡын бара алмаҫлыҡ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


Муса, иман аша, батшаның асыуынан ҡурҡмайынса, Мысырҙан китә. Күҙгә күренмәҫ Алланы йәнәһе лә күргән кеше һымаҡ, ул түҙҙе.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ