2 Алла был Һөйөнөслө Хәбәрҙе Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән.
2 Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Алла Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙә
Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:
Был турала Ул бик күп йылдар элек Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.
Барса пәйғәмбәрҙәр, Уға инанған һәр кемдең Уның арҡылы гонаһтары кисереләсәк, тип Уның тураһында һөйләнеләр, – тине Петр.
Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп торғоҙоуы менән, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбур китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды: «Һин – Минең Улым, бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым».
Хәҙер мин Алла тарафынан аталарыбыҙға бирелгән вәғәҙәнең үтәлеүен өмөт итеүем өсөн хөкөм алдында торам.
Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған.
Әммә хәҙер ҡанундан тыш та Алланың кешеләрҙе аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай.
Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә, Алла донъя башланғанға тиклем үк вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.