Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 1:18 - Инжил

18 Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө хаҡһыҙлығына һәм яуызлығына Алла күктән асыуын күрһәтә бара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 1:18
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны күҙ алдарына баҫтырҙы.


Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы.


Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.


Һин уларҙы, дуҫым, хөкөм итеп, үҙең дә шуны уҡ эшләйһең, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы?


Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.


Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай.


Беҙ бер ярҙамһыҙ булған саҡта, Мәсих беҙҙең – Алланы һанға һуҡмаусылар өсөн, үлде.


Шулай итеп, Уның түгелгән ҡаны аша аҡланыуыбыҙ айҡанлы, Алланың асыуынан һис һүҙһеҙ ҡотоласаҡбыҙ.


Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да ялғанлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, үлемдән тормошҡа күсерелгән булараҡ, үҙегеҙҙе Аллаға һәм ағзаларығыҙҙы хаҡлыҡ ҡоралы итеп Уға тапшырығыҙ.


Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Бына ошолар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алла асыуы төшә лә инде.


төрлө яуыз ялғандар файҙаланыр. Ул быларҙы үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратыуҙан ваз кисеп, кире ҡағыу арҡаһында һәләкәткә дусар ителгәндәргә ҡарата ҡулланыр.


Үҙ ваҡытын көтөп, билдәле булыуҙан уны нимә тотҡарлағанын һеҙ инде беләһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ