15 Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә йән атам.
15 Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә лә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә атлығам.
Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең ашлығын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине.
Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне.
Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм минең йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Иерусалимда тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.
Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө хәбәр килтереүселәрҙең килеүе ҡайһылай күңелле!» – тип әйтелә.
Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.
Башҡалар нигеҙ һалған урында ҡормаҫ өсөн, мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе Мәсихтең исеме билдәле булмаған урындарҙа вәғәзләргә тырыша инем.
Үҙ белдегем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә мин үҙ белдегем менән башҡармайым, ә ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем.
Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.