Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 1:14 - Инжил

14 Мин мәҙәниәтлеләр һәм вәхшиҙәр, зирәктәр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Мин мәҙәниәтлеләр һәм мәҙәниәтһеҙҙәр, белемлеләр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 1:14
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!


Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!


Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар.


Утрау кешеләре, ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә: – Был әҙәм кеше үлтереүсе булырға тейеш. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр.


Әммә Раббы уға: – Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым.


Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр.


Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.


Бер-берегеҙ менән килешеп йәшәгеҙ, тәкәббер булмағыҙ, шулай уҡ ябай кешеләр менән аралашығыҙ, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамағыҙ.


Бер-берегеҙгә булған мөхәббәттән башҡа бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ. Икенсе кешегә ҡарата мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәй.


Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа ҡарата хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем.


Шулай булғас, имандаштар, беҙҙең гонаһлы тәбиғәтебеҙ алдында бурысыбыҙ юҡ һәм уның буйынса йәшәргә тейеш түгелбеҙ.


Әгәр мин һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнмәйем икән, һүҙ әйтеүсегә сит ил кешеһе кеүек буласаҡмын һәм һөйләүсе үҙе лә миңә сит ил кешеһе кеүек буласаҡ.


Рухың менән генә шөкөр иткәндә, һүҙҙәреңә төшөнмәгән кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!


Шуға ла был турала кеше зирәклеге өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән әйтәбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.


Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.


Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар.


Һеҙ, шундай аҡыллы кешеләр, аҡылһыҙҙарға ҙур теләк менән түҙемлек күрһәтәһегеҙ.


Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Шуға ла Алла тарафынан һайланып алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсих аша бирелгән мәңгелек дан менән ҡотолоу ала алһындар өсөн, барыһына ла түҙәм.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ