Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 1:11 - Инжил

11-12 Изге Рухтан алғандарым менән уртаҡлашып, дөрөҫөрәге, һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11-12 Изге Рухтан алған фатихамды һеҙҙең менән уртаҡлашып, һеҙҙе нығытыр, йәғни уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе ҡеүәтләндерер өсөн, һеҙҙе бик ныҡ күргем килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 1:11
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта барҙы.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң Павел Македония һәм Ахаия аша Иерусалимға ҡайтырға фекер төйнәне. – Иерусалимдан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул.


Павел ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла әйткән һүҙҙәрҙе иғлан итә башланы.


Хәҙер иһә был төбәктәрҙә эштәремде тамамлағанға һәм оҙаҡ йылдар буйы янығыҙға барырға теләгәнгә күрә,


Янығыҙға килгәндә, Мәсихтән тулы фатиха алып килеремде беләм.


Шулай итеп, Алла насип итһә, мин янығыҙға ҡыуанып килермен һәм, һеҙҙең менән аралашып, көс туплай алырмын.


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


Сәйәхәтем башында янығыҙға ошондай ышаныс менән барырға теләгәйнем. Шулай Алла фатихаһын һеҙгә ҡабатлап тапшырыр инем.


Алла, Мәсих менән берләштереп, һеҙҙе һәм беҙҙе Үҙе нығыта. Ул беҙгә зәйтүн майы һөртөп,


Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рух бирелһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләй икән, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ.


Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр.


Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.


Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына, һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде.


Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һағынған имандаштарым, шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, ҡәҙерлеләрем!


Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтөн изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын.


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытыу, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимофейҙы һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йыуатһын, һәр төрлө яҡшы һүҙҙәр һөйләргә һәм изге эштәр башҡарырға ҡеүәт бирһен.


Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Мин һеҙгә үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.


Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ