8 Быны күреп торған халыҡ ҡурҡыуға төштө һәм кешеләргә ошондай хакимлыҡ биргән Алланы данланы.
8 Быны күргән халыҡ ҡурҡыуға ҡалды һәм кешеләргә ошондай вәкәләт биргән Алланы данланы.
Бөтөнөһө шаҡ ҡатып, бер-береһенән: – Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар.
Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Израиль Аллаһын данланы.
Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.
Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.
Теге, тороп, ҡайтып китте.
Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: – Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.
Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине. – Ул барыһын да яҡшы эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар.
Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйған, ҡатын шунда уҡ турайып баҫҡан һәм Алланы данлай башлаған.
Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та, кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған,
Сит халыҡтан булған был кешенән башҡалары, Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, кире килмәнеме ни? – тип һораған.
Һуҡыр шунда уҡ күрә башлаған һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп киткән. Ундағы кешеләрҙең бөтәһе лә, быны күреп, Алланы маҡтаған.
Көтөүселәр, ишеткән һәм күргәндәренең барыһы өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтҡан. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булған.
Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙбашы Алланы данлап: – Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә Кеше булған икән, – тип әйткән.
Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған.
Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр.
Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап: – Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.
Уны тыңлағас, ундағылар Алланы данлап Павелға: – Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай.
Тегеләр иһә, яза бирерлек сәбәп таба алмайынса, тағы бер тапҡыр янап, Петр менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине.
Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә итәғәтле булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.
Һәм минең өсөн Алланы данлағандар.
Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.