Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 9:36 - Инжил

36 Ул, халыҡ төркөмдәрен күреп, йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж инеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 9:36
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар урынына аҙашҡан һарыҡ көтөүе – Израиль халҡына барығыҙ.


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уға улар йәл булып китте лә, ауырыу булғандарын һауыҡтырҙы.


– Мин Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды: – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы инде Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы ас килеш ҡайтарып ебәргем килмәй: юлда хәлдәре бөтөр.


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Ул уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.


– Кешеләрҙе йәлләйем. Өс көн инде улар Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ.


Баш Руханийыбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


Ундай баш рухани белемһеҙҙәрҙе лә, тура юлдан тайпылыусыларҙы ла аңлай ала, сөнки ул үҙе лә көсһөҙлөккә дусар булған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ