31 Әммә теге икәү, бынан киткәс, Уның хаҡында бар тирә-яҡта һөйләп йөрөнө.
31 Улар иһә сығыу менән Ғайса тураһында бар тирә-яҡта һөйләп йөрөй башланы.
Шул ваҡытта Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр Галилея идарасыһы Иродҡа барып ишетелде.
Һаҡсылар аҡсаларын алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.
Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.
Был хаҡтағы хәбәр бөтә тирә-яҡ ерҙәргә таралды.
Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.
Ғайса бер кемгә лә был хаҡта һөйләмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне.
Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтҡан. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.
Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.
Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралған. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылған.
Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралған.