26 Был хаҡтағы хәбәр бөтә тирә-яҡ ерҙәргә таралды.
26 Был хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.
Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.
Әммә теге икәү, бынан киткәс, Уның хаҡында бар тирә-яҡта һөйләп йөрөнө.
Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.
Әммә ул, бынан китеү менән, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы. Ул ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды, әммә унда ла янына һәр тарафтан ағылдылар.
Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар».
Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтҡан. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.
Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.
Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралған. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылған.
Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралған.
Батша былар тураһында белә һәм мин уның алдында ҡыйыулыҡ менән бәйән итә алам. Был эштәрҙең батшаның иғтибарынан ситтә ҡалмағанлығына шигем юҡ, сөнки уларҙың береһе лә йәшерен эшләнмәне.