Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 9:22 - Инжил

22 Ғайса боролоп ҡараны. – Ныҡ бул, ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине Ул уны күргәс. Ҡатын шунда уҡ һауыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Ғайса артына боролдо. Ҡатынды күреп: – Ҡыйыу бул, ҡыҙым! Ышаныуың һине һауыҡтырҙы, – тине. Ҡатын шунда уҡ сәләмәтләнде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 9:22
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса уға: – Эй, апай! Һинең иманың ныҡ! Теләгәнеңсә булһын, – тине. Уның ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.


Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.


Йөҙбашыға Ғайса: – Өйөңә ҡайт, һин ышанғанса булһын, – тине. Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты.


Бында ла бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.


Ғайса уларҙың күҙҙәренә ҡағылды ла: – Нисек ышанһағыҙ, шулай булһын, – тине.


Ғайса уға: – Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәрҙе.


– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән һауыҡтың, – тине уға Ғайса.


Ә теге кешегә: – Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тигән.


Ғайса уға: – Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тип әйткән.


Ғайса ҡатынға тағы ла: – Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тигән.


Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тигән.


Атай кеше Ғайсаның: «Улың тере», тигән һүҙҙәренең нәҡ ана шул сәғәткә тап килеүен аңлағас, ул үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә Ғайсаға инанды.


Ул да Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Павел уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән:


Был бер нисә көн шулай дауам итте. Павелдың асыуы килде һәм боролоп енгә: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам, – тине. Ен шунда уҡ сыҡты.


Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ