Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 9:2 - Инжил

2 Бында ла бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 9:2
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине шунда уҡ уларға Ғайса.


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Беҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы беҙ кисергән кеүек, беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе Һин кисер.


Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине.


Ә инде кисен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.


Ғайса боролоп ҡараны. – Ныҡ бул, ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине Ул уны күргәс. Ҡатын шунда уҡ һауыҡты.


– Нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә «Тор ҙа атлап кит», – типме?


Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Шунан Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!


Ә кис етеп, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерҙеләр.


Ғайса туҡтап: – Саҡырығыҙ уны! – тине. – Ҡурҡма, тор, Ул һине саҡыра, – тип һуҡырҙы саҡырҙылар.


– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән һауыҡтың, – тине уға Ғайса.


Уны күреп, барыһының да ҡото алынды. – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине.


– Дуҫтар! Ашарлыҡ берәй нәмә тота алдығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Юҡ, – тине тегеләр.


Ул да Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Павел уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән:


Павел ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән шаҡшы рухтар сыҡты.


Алдағы төндә Павел янына Раббы килде. – Ныҡ бул! Иерусалимда Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.


Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.


Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ