19 Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә уның артынан китте.
19 Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә был кешенең артынан китте.
– Барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса.
Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ләкин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелер ине.
Шул ваҡыт, ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын арттан килеп, кейеменең салғыйына ҡағылды.
Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.