Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 9:18 - Инжил

18 Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ләкин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелер ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килде. Ул Ғайсаның алдына килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ә Һин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелеп китер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 9:18
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.


Ҡатын иһә яҡын килде лә Уның алдына тубыҡланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!


Улар халыҡ төркөмө янына әйләнеп ҡайтҡас, Ғайса алдына бер кеше килде лә тубығына йығылды:


Шунан Зеведейҙың ҡатыны, улдары менән бергә Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.


Ғайсаны күргәс, улар Уның алдында тубыҡланды, әммә ҡайһы берҙәре шикләнде.


Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине.


Шәкерттәре Уны уятып: – Хужабыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.


Шулай уҡ яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланыр.


Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә уның артынан китте.


– Китегеҙ бынан! Ҡыҙ бала үлмәгән, ул йоҡлай ғына, – тине Ул. Унан көлә башланылар.


Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көнө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тигән.


Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан: – Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораған.


Бер йөҙбашының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе ауырып, үлем хәлендә ятҡан.


Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк.


Мәрйәм иһә, Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп: – Хужам! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип Уның аяғына йығылды.


Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ, – тинеләр.


Публийҙың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Павел инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ